Баш ҡалала Бөтә Рәсәй финанс-иҡтисади органдарҙың коррупцияға ҡаршы форумы дауам итә. Унда башҡарма власть органдары һәм банк хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе урынбаҫары Александр Михайлик белдереүенсә, конгресты үткәреү урыны булараҡ Өфө осраҡлы һайланмаған.
1 сентябрҙән илдәге бөтә мәктәптәрҙә коррупцияға ҡаршы тороу буйынса программа индерелә. Уҡыусылар ришүәтселек менән көрәш юлдарын өйрәнәсәк.







