Проект Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейына арнала. Һуҡмаҡтың оҙонлоғо 70 километрҙан ашыу. Ул ҡаланың 6 район биләмәһе аша үтә һәм 8 участканан тора. Проекттың маҡсаты халыҡ өсөн әүҙем ял зонаһы ойоштороу, парк инфраструктураһын үҫтереүгә булышлыҡ итеү. Өфө мэры Ратмир Мәүлиев белдереүенсә, “Өфө муйынсағында” 420 мең самаһы кеше ялын уҙғара ала. “Беҙ проектҡа артабан да ярҙам итәсәкбеҙ”, - тине республика етәксеһе Радий Хәбиров.







