Бөгөн Башҡортостан Башлығы Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылында батыр егеттең атаһы Исмәғил Нурлығаян улы һәм әсәһе Сәймә Байзәүи ҡыҙы, шулай уҡ хәрбиҙең ҡатыны Регина Радик ҡыҙы, улдары Руслан һәм Рамазан менән осрашты. Радий Хәбиров яугир туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты һәм һәр яҡлап ярҙам итергә вәғәҙәләне. Республика Башлығы Илгиз Усмановтың кәләше Регинаға генерал Шайморатов орденын тапшырҙы, малайҙарға велосипедтар һәм рюкзактар бүләк итте. Майор Илгиз Усманов танкист булып хеҙмәт итә, быйыл мартта махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк була.







