Яугирҙе тыуған төйәге Шишмә районы Ар ауылында ер ҡуйынына тапшырҙылар. Башҡортостан Башлығы батыр егеттең әсәһе Сәлиә Хәлил ҡыҙы, атаһы Әнүәр Миңлеғаян улы һәм ҡатыны Илмира Әлфир ҡыҙының ҡайғыһын уртаҡлашты. Яугирҙең ике бәләкәй балаһы етем ҡалды. Радий Хәбиров Самат Мостаевтың кәләшенә генерал Шайморатов ордены, Республика Хәрби комиссары Михаил Блажевич Ҡаһарманлыҡ орденын тапшырҙы. Самат Мостаевҡа 32 йәш ине. Ул махсус хәрби операцияға өлөшләтә мобилазация ваҡытында саҡырыла. Быйыл 10 июлдә батырҙарса һәләк була.







