Төбәк дәүләт автоинспекцияһы белгестәре Архангел районында теркәлгән үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай. Юл осрағы бөгөн иртәнге сәғәт унынсы яртыла Архангел -Тәүәкәс автомобиль юлында була. 7-се модель «ВАЗ» автомобиленә идара иткән 51 йәшлек водитель ҡатын тимер юлы үткәүеле аша ҡыҙыл утҡа сығып, тауар поезы менән бәрелешә.
Авария һөҙөмтәһендә водитель ваҡиға урынында һәләк булған. Уның пассажиры дауаханаға оҙатылған. Фажиғә урынында юл инспекторҙары, башҡа ашығыс хеҙмәттәр эшләй. Осраҡ буйынса тикшереү башланған.



