3 ай эсендә яңы корпус. Стәрлебаш районының «Орленок һауыҡтырыу үҙәге федераль бюджеттан субсидия алыуға өлгәшкәйне. Яҙғыһын лагерь биләмәһе төҙөкләндерелһә, йәйге ял кампанияһы башланыу менән өр-яңы корпус сафҡа инде. Әле унда өсөнсө смена башланырға тора. Ентекләберәк БЮТ хәбәсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Күп дуҫтар һәм яңы хәтирәләр ҡалдырған «Орленок» лагерында 16 йәшлек Салауат беренсе тапҡыр түгел. Йәйге ялын бында үткәрергә яратҡан үҫмер һуңғы йыл ял итеүсе ролендә. Был юлы Салауаттың отрядына өр-яңы корпуста йәшәү бәхете тейҙе. 3-4 балаға иҫәпләнгән 13 бүлмәнән торған бина 1 июнь - йәйге һауыҡтырыу кампанияһы старт алған көндә асылғайны.
Быйылдан «Орленок» һауыҡтырыу үҙәге ял итеүселәрҙе 50 кешегә күберәк ҡабул итә. Яңы корпус федераль программа ярҙамында төҙөлгән. 500 квадрат метрлыҡ бинаны күтәреү, коммуникациялар үткәреү, бүлмәләрҙе йыһазладырыу өсөн 25 миллион һум финанс ярҙам йүнәлтелгән.
Һауыҡтырыу үҙәгенең өсөнсө сменаһында ял итеүселәрҙең 98-е Стәрлебаш районына килеп етер өсөн ике меңдән ашыу саҡрым юл үткән. Донецк халыҡ республикаһы ҡунаҡтары сәфәр барышында бер-береһе менән танышҡан да инде. Шуға күрә отрядтарға бүленеү менән бейеү һәм йыр өйрәнә башланылар.
Лагерҙа балалар үҙаллылыҡҡа өйрәнә, тиҫтерҙәре менән аралаша, спорт, ижади, интеллектуаль эшмәкәрлек менән шөғөлләнә, лидерлыҡ сифаттарын үҫтерә. Былтырҙан алып «Орленок» малай-ҡыҙҙарҙы йыл әйләнәһенә ҡабул итә ала. 2022 йылда бында меңдән ашыу бала ял иткән.
Йәйге ял ҡыҙыҡлы үтһен өсөн һәр смена айырым бер тематика аҫтында үтә. Беренсеһе художестволы-эстетик, икенсеһе - спорт йүнәлешенә бағышланған.
Әлфинә Килдейәрова






