Октябрьский ҡалаһы дайверҙары Башҡортостандың Тәбиғәт парктары дирекцияһы менән берлектә һыу ятҡылығын браконьерҙар ҡуйған ауҙарҙан таҙартты. Активистар бер генә сумыуҙа 19 ауға тап булды, унда эләккән ҡыҫалалар ҡотҡарылды. Протокол төҙөлгәндән һуң, браконьерҙар ҡорамалдары полиция хеҙмәткәрҙәренә тапшырылды.






