Әбйәлил районында Урал аръяғы башҡорттарының «Ҡомартҡы» этник мәҙәниәт форумы үтте

Күләмле проект сиктәрендә «Йыуаса», «Быуын сылбыры» һәм «Лаҡап тирмәһе» кеүек айырым конкурс еңеүселәре лә билдәләнде. Сара Күбәләк ырыуына ҡараған Байым ауыл биләмәһендә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Кесе Ҡыҙыл йылғаһы буйында үткән форум Урал аръяғының иң оҫта йыуаса бешереүсеһен асыҡлауҙан башланды. Баһалама ағзалары иғтибарына хужабикәләр майҙанда ҡаҙан аҫып, боронғо рецептарға таянып йыуаса бешерҙе. Бәйгелә улар үҙ фантазияларына ла ирек ҡуйҙы. Конкурс шарттарына ярашлы, милли ризыҡты ауыҙ-тел ижады менән байытып ебәреүселәр айырым баһаланды.

«Ҡомартҡы» форумы бер нисә майҙансыҡта үтте. «Лаҡап тирмәһе» Урал аръяғы башҡорттарының иң оҫта мәҙәк хәлдәр һөйләүселәрен бергә йыйһа, ә «Быуын сылбыры» ғаилә тарихын барланы. Һуңғыһында үҙ ырыу тарихын һөйләп кенә ҡалманы, быуындан-быуынға тапшырылған ҡомартҡыларҙы ла күргәҙмәгә сығарҙы. Улар араһында йорт ҡаралтыһы ла, милли биҙәүестәр ҙә бар. Һуңғылары 1700 йыл аҙағына тура килә.

«Ҡомартҡы» этник мәҙәниәт форумы йомғаҡтарына ярашлы, «Быуын сылбыры» Гран-приһын Мәскәү өлкәһенән Сулпан ЛатИпова яуланы. Ә иң оҫта йыуаса бешереүсе тип Әбйәлилдең Ҡушый ауылынан Фәнүзә Дәүләтова билдәләнһә, лаҡапсылар араһында Ташбулат ауылынан Һылыу НәҙЕршинаға етеүсе булманы. Еңеүселәр 50, 25 мең һумлыҡ сертификат менән бүләкләнде.

Азат Ғәлиуллин

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ