Радий Хәбиров Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе менән осрашты

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Федераль ҡаҙнасылыҡ етәксеһе менән осрашты. Роман Артюхин Өфөгә Бөтә Рәсәй коррупцияға ҡаршы форумда ҡатнашыу өсөн килгән. Фекер алышыу барышында республикала федераль бюджетты үтәүҙең һөҙөмтәлелеге, сығымдарҙың маҡсатлы тотонолоуын контролдә тотоу һәм төбәктә эре инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре тикшерелде.

Радий Хәбиров ҡаҙнасылыҡ етәкселегенә республика менән хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе һәм Рәсәй дәүләт финанс контроле органдарының бер быуатлыҡ юбилейы менән ҡотланы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ