Республика Башлығы Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-илһөйәрлек паркында «Рәсәй бөркөттәре дуҫлығы» сменаһы менән танышты. Башланғыс синыф уҡыусылары араһында социаль әүҙемлекте үҫтереүгә йүнәлтелгән проект федераль методик тәҡдимдәргә нигеҙләнгән программа ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Спорт саралары, команда уйындары, уҡыу һәм оҫталыҡ дәрестәре менән үрелеп барған смена йәш быуында ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, лидерлыҡ сифаттарын асыҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя. Радий Хәбиров малай-ҡыҙҙарҙың һорауҙарына ла яуап бирҙе.
Радий Хәбиров шулай уҡ парк биләмәһен үҫтереү буйынса күсмә кәңәшмә үткәрҙе, уҡыу майҙансыҡтары менән танышты. Мәғлүм булыуынса, «Патриот» паркы төҙөлөшөнөң бөгөн беренсе этабы тамамланған. Урында әле курсанттар өсөн казарма, ике модулле торлаҡ, спорт майҙансығы, «Геройҙар уҙышы» трассаһы һәм «Партизандар ауылы» комплексы эшләй. Бынан тыш, биләмәлә хәрби техника күргәҙмәһе, Геройҙар аллеяһы менән дә танышырға мөмкин. «Патриот» паркын йәнләндереүҙең икенсе сиратында күп функциялы ашхана төҙөлөшө көтөлә. Шулай уҡ көҙ аҙағына тиклем физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән бергә, ике модулле торлаҡ сафҡа инәсәк.



