Башҡортостан менән Беларусь ЗАГС документтары дубликаттарын биреү буйынса проект тураһында килеште

Башҡортостандың Күп функциялы үҙәге Минскиҙың «Берҙәм тәҙрә» хеҙмәте менән ЗАГС документтары дубликаттарын биреү буйынса проект тураһында килеште. Уға ярашлы, ике республика халҡы урындағы ойошмаларға ғына мөрәжәғәт итеп, Рәсәй, йә Белоруссия ЗАГСы органдарынан ҡабаттан таныҡлыҡ һәм белешмә һорап алыу мөмкинлегенә эйә.

Башҡортостан Хөкүмәтендә яҡтар араһында пилот проектты тормошҡа ашырыу буйынса тейешле юл картаһы төҙөлдө. Минск ҡалаһы башҡарма комитеты делегацияһы «Берҙәм тәҙрә» режимында дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә яңы мөмкинлектәр тураһында фекер алышыуҙа ҡатнашты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең 10-сы форумы сиктәрендә был өлкәлә тәжрибә уртаҡлашыу буйынса теләктәр тураһында Меморандум төҙөлгәйне.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ