Стәрлебаш районының 4 белем биреү учреждениеһында «Мәктәп биналарын модернизациялау федераль программаһы» буйынса капиталь ремонт бара. Уларҙың барыһы ла яңы уҡыу йылына уҡыусыларҙы ҡабул итергә әҙер буласаҡ, тип вәғәҙәләй урындағы хакимиәт вәкилдәре. Белем усаҡтарының береһендәге ремонт менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Уҡыусылар йәйге каникулда, тимәк, эшселәр өсөн иң ҡыҙыу мәл еткән. Стәрлебаш ауылының 2-се урта мәктәбендә капиталь ремонт йылдам бара. Әле икенсе ҡатта стеналар штукатурлана, бина тыш яҡтан биҙәлә, ҡыйығы ябыла. Төҙөүселәр уҡыусылар өсөн мәктәп ишектәре беренсе сентябргә асылһын тип ремонтты ваҡытынан алда тамамларға тырыша.
Быйыл Стәрлебаш районында федераль программа буйынса модернизация эштәре 2022 йылдағы кеүек 4 белем биреү учреждениеһында башҡарыла. Иң ҙур объект - ул 1993 йылда сафҡа ингән район үҙәгендәге 2-се мәктәп. Дөйөм уҡыусылар һанының дүрттән бер өлөшө, йәғни 450 бала бында уҡый.
Район үҙәгендәге белем усағынан тыш Айҙарәле ауылы мәктәбе лә яңырыу кисергән. Капиталь ремонт бында ваҡытынан алда тамамланған. Балалар баҡсаһы менән бер ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан мәктәп яҡын арала мебель, уҡыу кәрәк-яраҡтары менән йыһазладырыласаҡ. Әле тәҙрәләр ҡуйыла, уларҙың төҙөклөгө тикшерелә. Уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә Белем көнөн түҙемһеҙләнеп көтә.
Республикала «Мәктәп биналарын модернизациялау федераль программаһы» буйынса 77 мәғариф бинаһы төҙөкләндерелә. Был былтырғыға ҡарағанда, 14 мәктәпкә күберәк. Программаны тормошҡа ашырыу ҡала-райондарҙа тиҫтәләрсә йыл яңырыу күрмәгән белем усаҡтарында уңайлы шарттар булдырырға мөмкинлек бирә.
Әлфинә Килдейәрова






