Республика Башлығы Радий Хәбиров Шишмә районында “Патриот” хәрби-тарихи паркына сәфәр барышында шул турала белдерҙе. Биләмәлә дрондарҙы осороу өсөн майҙансыҡ әҙерләнә. Пилотһыҙ осҡос операторҙары махсус хәрби операцияға йәлеп ителә. Улар Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Радий Хәбиров әйтеүенсә, киләсәктә пилотһыҙ осҡос операторҙары ауыл хужалығы, газ һәм нефть сығарыу тармаҡтарында ла эшләй аласаҡ. Курстарға 35 йәшкә тиклемге егеттәр саҡырыла. Үҙәк Өфөлә Октябрь проспекты 85-се йортта урынлашҡан.







