Ярыш 22 июлдә Талбазы ауылы янында ойошторола. Унда төрлө төбәктәрҙән 14 бәһлеүән сығыш яһай. Көслө кешеләр ауыр йөк күтәреүҙә ярыша. 25 килограмм ауырлыҡтағы башҡорт суҡмарын ырғытыу була. Милли көрәш һәм “Ылаҡ” ярышы ла ойошторола. Проект Республика Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.




