Башҡортостан ҡотҡарыусылары янғын ҡамауында ҡалған

Ғәҙәттән тыш хәл Белорет районында теркәлгән. Төбәктә бер аҙнанан ашыу урман янғыны ҡоторҙо. Аҙнағол һәм Ҡатарыш ауылдарына ут эсендә ҡалыу хәүефе янаны. Ҡурҡыныс эҙемтәләргә юл ҡуймау өсөн янғынға ҡаршы көрәшкә 267 кеше һәм 57 берәмек техника йәлеп ителде.

Көслө ел ваҡытында ерҙәге янғын ағастарға күсә. Һөҙөмтәлә 24 кеше ут тоҙағына эләгә. Янғын һүндереүселәр рация аша координаталар тапшыра. Уларҙы вертолет менән эвакуацияларға ҡарар ителә. Әммә ҡуйы төтөн һәм таулы урында һауа судноһын ултыртыу мөмкинлеге булмай. Шуға ла пилот максималь түбән төшөп ике этапта ҡотҡарыусыларҙы хәүефһеҙ зонаға алып сығара.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ