Рәсәй Хөкүмәте ипотека кредитын түләгән күп балалы ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум аҡса бүлде. Программаға ярашлы, торлаҡ өсөн займдарҙы өлөшләтә, йә тулыһынса ҡаплауға 450 мең һум күләмендә алырға мөмкин. Был 33 меңдән ашыу ғаиләнең финанс көсөргәнешен кәметер тип күҙаллана. Дәүләт ярҙамы менән файҙаланыр өсөн ҡайҙа мөрәжәғәт итергә, ниндәй документтар тупларға кәрәк? Киләһе яҙмала
Өс йыл элек Иглиндән Чикрыжевтар ғаиләһе тынсыу, тар фатирҙан иркен шәхси йортҡа күсенгән. Балаларының хәҙер айырым бүлмәләре бар, уларға самокатта йөрөү, уйнау өсөн ихатала майҙан да етерлек. Йорт хужабикәһе айырыуса баҡсалы булыуға ҡыуана. Өй 23 йылға ипотека кредитына алынған. Айлыҡ түләүҙәр тәүге осорҙа 20 мең һум булһа, 2021 йылда был сумма күпкә кәмегән. Быға кредит буйынса төп бурыстың дәүләт ярҙамында 450 мең һумы өлөшләтә ҡапланыуы булышлыҡ иткән.
Күп балалы ғаиләләр өсөн тәғәйенләнгән федераль программа дауам итә. Ил президенты ҡушыуы буйынса ошо маҡсатта бюджеттан өҫтәмә аҡса ла бүленгән. Йәғни, ярҙам алыусылар арта. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында программала ҡатнашыу шарттары менән таныштырҙылар.
Түләүҙәр балаларҙы уллыҡҡа алған ғаиләләр өсөн дә ҡаралған. Программала ҡатнашыу өсөн финанс ойошмаға тура мөрәжәғәт итергә була. Кредитор һәм «ДОМ.РФ.» компанияһы документтарҙы тикшергәндән һуң, аҡса ипотека кредитын ҡаплауға банкҡа йүнәлтелә. Дәүләт ярҙамы менән ғаилә бер тапҡыр ғына файҙалана ала.
Дәүләт ярҙамы менән беренсел, йә икенсел торлаҡ баҙарында фатир һатып алыусылар файҙалана ала. Түләүҙәргә торлаҡ төҙөлөшөнә ер участкаһы алынған осраҡта ла дәғүә итергә мөмкин.
Гөлназ Хәйбуллина






