Форумды “Ватан һаҡсылары” фонды ойоштора. Ике ай эсендә фонд филиалдары 90 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән. Һорауҙар хәрби бәрелештәр ветераны таныҡлығын юллау, социаль һәм медицина ярҙамы алыу, эшкә урынлашыуға ҡағыла. “Ватан һаҡсылары” фонды рәйесе Анна Цивилева белдереүенсә, 65 мең самаһы кешегә ярҙам күрһәтелгән.
“Ватан һаҡсылары” фондының Өфөләге филиалы Минһажев урамындағы 107-се йортта урынлашҡан. Ул көн һайын иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем эшләй.








