Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев парламентта эшен тамамлаған депутаттарға республика ҡануниәтен камиллаштырыуға тос өлөш индереүҙәре өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Алтынсы саҡырылыш ағзалары уртаҡ көс менән 700-ҙән ашыу яңы закон проектын ҡабул иткән. Мәғариф, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе урынбаҫары Әлфис Ғаязовҡа Салауат Юлаев ордены тапшырылды.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың алтынсы саҡырылыш депутаттары Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙамға бәйле закондарҙы яҡлап сыҡты.






