Әбйәлил районында беренсе сиҙәм күтәреүселәр призына традицион уҡтан атыу буйынса турнир уҙҙы

Бәйгене Урал аръяғының йәмәғәт башланғыстары союзы һәм фермер Рәмил Юлдыбаев ойошторҙо.Үҙ мәргәнлеген һынап ҡарарға республиканың төрлө райондарынан, шулай уҡ Өфө һәм Магнитогорск ҡалаларынан 70-тән ашыу кеше килде.

Традицион уҡтан атыуҙы популярлаштырыу, мәргән уҡсыларҙы асыҡлау һәм йәштәрҙе милли спорт төрөнә йәлеп итеү турнирҙың төп маҡсаты булып торҙо. Фермер Рәмил Юлдыбаев бәйгенең төп бағыусыһы ине. Ул ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң мәргән уҡсыларға йыл ярымлыҡ тайҙар һәм башҡа ҡиммәтле бүләктәр әҙерләгән.

Ата-бабалар ваҡытында ошо урындарҙа сиҙәм ерҙәрен үҙләштергән, ҡалдау ерҙәрҙе эшкәртеп иген сәскән. Быйыл улар хөрмәтенә тәүге тапҡыр уҡтан атыу буйынса бәйге ойошторорға булдыҡ. Ул халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, шуға ла ярышты йыл һайын ҡабул итербеҙ тип уйлайым.

Рәмил Юлдыбаев, Крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе

Ярыштар халыҡ-ара стандарттар буйынса ойошторолдо. Ир-егеттәр мәргәнлектәрен 70, ә ҡатын-ҡыҙҙар 60 метр алыҫлыҡтан һынаны. Әйткәндәй, киләһе йыл Ҡаҙағстанда Бөтә донъя күсмә халыҡтар уйындары үтәсәк. Башҡортостандың милли командаһын төҙөү өсөн әле һайлап алыу этабы бара. Әбйәлилдәге ярышҡа килгәндә, бар төркөмдәрҙә лә бәйге көсөргәнешле уҙҙы. Һөҙөмтәлә иң мәргән уҡсылар тип Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова менән Денис Юлбирҙин танылды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ