Бөгөн Көйөргәҙе районында «Баҫыу көнө» зональ семинары үтә

Йыл һайын төбәктә ураҡ кампанияһына старт биргән сара тураһында социаль селтәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты. Төбәк етәксеһе белдереүенсә, Башҡортостанда агросәнәғәт тармағын яңыртыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Һуңғы биш йылда аграрийҙар 48 миллиард һумлыҡ техника һатып алһа, ул сумманың 7 миллиард һумы төбәк бюджетынан. Республикала шулай уҡ ихтыяж ҙур булған ауыл хужалығы техникаһын үҙебеҙҙә етештереү яйға һалына.

«Быйылғы ураҡта баҫыуҙарға былтырғыға ҡарағанда, 150 комбайнға күберәк сыға, ә был инде үҫтерелгән уңышты тиҙ һәм юғалтыуһыҙ йыйып алыу өсөн мөһим шарт. Ауыл эшсәндәренең ил һәм республика именлегенә тырыш хеҙмәте алдында баш эйәм. Быйыл да юғары уңыш теләйем!» тип белдергән Радий Фәрит улы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ