Сумманың 7 миллиарды республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидия. Бөгөн Көйөргәҙе районында үткән “Баҫыу көнө” семинары барышында Радий Хәбиров ошо турала белдерҙе. “Тармаҡҡа артабан да ярҙам буласаҡ. Уның күләме буйынса республика илдә бишенсе урында тора”, - тине Башҡортостан Башлығы.
“Махсус хәрби операция башланыу менән республика халҡы берләште. Алғы һыҙыҡта булған ир-егеттәргә ярҙам күрһәткәнегеҙ өсөн рәхмәт”, - тине Радий Хәбиров.
Бөгөн бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды.








