Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының янғын һүндереүселәре килеп етеүгә, ут бүрәнә йортто һәм мунсаны ялмап өлгөргән була. Янғынға ҡаршы көрәш алып барған ваҡытта 1965 йылғы ирҙең кәүҙәһе табыла. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, фажиғәгә тарыусы яуапһыҙ мөхәббәттән яфаланған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе йортҡа ут төртөү ихтималлығын фаразлаған.



