Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеү дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырыла.

Республикала баҡсасылыҡ ширҡәттәренә ярҙам итеү өсөн «Минең баҡсам - Башҡортостан» дәүләт мәғлүмәт системаһы булдырыла. Уны йыл аҙағына ғәмәлгә индереү ҡарала. Вице-премьер, ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, төбәктең баҡсасыларға ярҙам программаһы илдә иң яҡшыларҙан һанала. 2022 йыл һөҙөмтәләре буйынса баҡсасылыҡ ширҡәттәренең инфраструктураһын камиллаштырыу һәм яҡшыртыу өсөн төбәк һәм муниципаль бюджеттан 116 миллион һум аҡса бүленгән.

Илдә баҡсасылыҡты үҫтереү буйынса Хөкүмәт комиссияһы эшләй башланы. Был комиссия сиктәрендә баҡсасылыҡты үҫтереүгә ыңғай йоғонто яһаясаҡ ҡануни башланғыстар ҙа әҙерләнәсәк. Мәҫәлән, быйыл баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә дистанцион тауыш биреү мөмкинлеге биргән федераль закон ғәмәлгә инде. Шулай уҡ баҡсасылыҡ ширҡәттәренең дөйөм ҡулланыштағ ғүмерҙәрендә капиталь булмаған ҡоролмалар төҙөүҙе рөхсәт иткән федераль закон да ҡабул ителде.

Пётр Клец, Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ