Милли проекттар уңышлы ғәмәлгә ашырыла. «Һаулыҡ һаҡлау тармағының беренсел звеноһын модернизациялау» программаһына ярашлы, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауыл амбулаторияһына яңы «Лада Нива» автомобиле асҡысы тапшырылды. Ентекләберәк киләһе сюжетта.
Бала саҡтан техника менән дуҫ Азамат Хәсәнов - БеренсеЭтҡол ауылы амбулаторияһы водителе булып 3 йыл уңышлы эшләй. Яңы автомобиль асҡысын ул ҡыуанып ҡабул итте.
Беренсе Этҡол ауыл амбулаторияһына һигеҙ ауылдан 2208 кеше теркәлгән. Буранбай, Сыңғыҙ, Ғәҙелбай, Ғүмәр, Ярат, Шүлкә, Йәрмөхәмәт, Беренсе Этҡол ауылдарын хеҙмәтләндергән дауахана көнөнә 25 кә яҡын пациентты ҡабул итә.
Өр яңы машина асҡыстары быйыл милли проект буйынса райондың Түбә, Төркмән, Беренсе Этҡол ауылдарына тапшырылһа, киләһе йылда тағы 4 амбулатория автомобиль менән тәьмин ителәсәк тип күҙаллана. Улар үҙ сиратында медицина хеҙмәткәрҙәренә, халыҡ мәнфәғәтенә уңышлы хеҙмәт итер.
Альбина Байегетова






