Рәсәй Дәүләт Думаһы ошоға бәйле закон проекты ҡабул итте. Шәриғәт ҡанундары буйынса беҙҙең республикала банкта хеҙмәтләндереү алымын ике йыл һынау ҡарала. Ислам банкы шартына ярашлы, кредит өсөн процент алыу, килешеү буйынса дөрөҫ мәғлүмәтте йәшереү тыйыла. Аҡса ҡомарлы уйындар, хәмер, сусҡа ите етештереү тармағын финанслауға бирелмәй. Банктар инвестицияларҙан килем ала. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – Финанс министры Лира Иғтисамова.
Һынау проектында шулай уҡ Татарстан, Дағстан һәм Чечен республикалары ҡатнаша.




