Президент Владимир Путин билдәләүенсә, бөтә шарттар үтәлгән осраҡта ғына ил килешеүҙе тергеҙеү мөмкинлеген ҡараясаҡ. Исемлектә - Россельхозбанкты SWIFT системаһына тоташтырыу, транспорт логистикаһындағы тотҡарлыҡтарҙы бөтөрөү, ауыл хужалығы техникаһына запас өлөштәр килтереү шарты бар. Бөгөн белгестәр хаҡтар артыуын фаразлай. Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләй.
Илшат Фәзрахманов белдереүенсә, быйыл рекордлы уңыш көтөлмәй.
Йәй башында төшкән ҡырау һәм ҡоролоҡ уңыш күрһәткестәренә кире йоғонто яһаны.







