1 июлгә уларҙың һаны 153 меңгә еткән. Был күрһәткес, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 53 процентҡа күберәк. Башҡортостан Хөкүмәтенән ошо турала белдерәләр. Алты ай эсендә үҙмәшғүлдәр республика ҡаҙнаһына 200 миллион һумға яҡын аҡса күсергән. Сумма 2022 йыл менән сағыштырғанда 1 ярым тапҡырға күберәк.







