Ул Илгиз Алтыншин, Роберт Әмәкәсов һәм Пулат Биксуриндың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. “Республика һеҙҙең улдарығыҙ тураһында бер ҡасан да онотмаясаҡ. Район хакимиәте һеҙҙең менән һәр саҡ эемтәлә булырға, һеҙгә ярҙам итергә тейеш. Батыр һалдаттарҙың исемдәрен мәңгеләштереү мөһим”, - тине Башҡортостан башлығы.
Радий Хәбиров Роберт Әмәкәсов һәм Пулат Биксуриндың ғаиләһенә Шайморатов орденын тапшырҙы. Ата-әсәләрҙе Республика кардиология диспансерында махсус программа буйынса дауаланырға саҡырҙы.







