Бының өсөн махсус майҙансыҡ булдырыласаҡ, шунда уҡ симуляторҙарҙа күнекмәләр үтергә мөмкин. 4 аҙнаға иҫәпләнгән уҡыуҙарҙың төп шарты - Рәсәй Оборонаһы менән контракт төҙөү. Тактика һәм махсус тактика әҙерлеге үҙәге инструкторҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Граната ташлап квадрокоптер үҙ бурысын үтәне. Тиҙ арала осҡан урынға кире ҡайтып, дислокация урынын алмаштырыу мөһим. Юғиһә, дошман яуаптары килеүе ихтимал. Шуға күрә, пилотһыҙ осоу аппараты операторына тәү талап - сос булыу. Квадрокоптерҙың тиҙлеге юғары.
Дронды бәреп төшөрөгән хәлдә лә, уның хаҡы хәрби припастарҙан күпкә арзаныраҡ, ти инструкторҙар. Осоу техникаһы хәрби бәрелештәрҙә әүҙем ҡулланыла башланы. Ул разведка, атыуға дөрөҫ корректировка биреү һәм дошманды еңелеүгә дусар итеүсе һөҙөмтәле ысул һанала.
Дрон ике минут эсендә йыйыла. Махсус хәрби операция яланында Рәсәй хәрбиҙәре тарафынан уңышлы ҡулланылған квадрокоптерҙарҙың үҙенсәлеге - виртуаль күҙлектәрҙең булыуы. Уның ярҙамында юғары сифатлы кадрҙың һәр нөктәһе ентекле күренә.
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республикала пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙарын әҙерләү үҙәге асыласағы тураһында белдерҙе. Ул беҙҙең батальондар ихтыяждары өсөн эшләйәсәк. Беренсе төркөмдөң күнекмәләре ошо йәкшәмбе башланыр тип күҙаллана. 4 аҙна ваҡыт эсендә маневрҙар яһау, дошман көстәрен һәм сараларын юҡ итеүҙең төрлө ысулдары өйрәнеләсәк. Шулай уҡ дрондарҙы йыйыу, һүтеү һәм ремонтлау буйынса техник хеҙмәтләндереү серҙәренә төшөндөрәсәктәр. Төп дисциплиналарҙың береһе - топография, йәғни ер өҫтө төҙөлөшө пландарын һәм карталарын уҡый белеү. Кандидаттарға талаптар ҡәтғи, тәү сиратта 35 йәше тулмаған ир-егеттәр саҡырыла.
Пилотһыҙ осоу аппараты операторҙарын әҙерләү үҙәгендә әле Һамар өлкәһендә хәрби әҙерлек үткән «Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары өсөн дә уҡыуҙар ойошторола. Киләсәктә етештереүселәргә, ауыл хужалығы, нефть һәм газ сығарыу тармағына ла операторҙар әҙерләү күҙаллана. Әммә өҫтөнлөк - хәрби бурыстарҙы үтәүҙә һөҙөмтәне арттырыу.
Әлфинә Килдейәрова






