Әлегә эш 60 процентҡа теүәлләнгән. Яңы объекттың республика өсөн мөһимлеген Дәүләт Думаһының милләт эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин да билдәләп үтте. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Стеналары тулыһынса күтәрелгән, ҡыйығы өлөшләтә ҡапланған, тәҙрәләр ҡуйылған. Баш ҡаланың «Затон-Көнсығыш» микрорайонындағы яңы мәктәптә төҙөлөш йылдам бара . Тышҡы һәм эске яҡтан биҙәкләү эштәре башланған, инженер коммуникациялар үткәрелә. Төҙөүселәр проекттың уңышлы булыуын билдәләй. Белем усағы кабинеттары иркен, яҡты буласаҡ, тамаша залына ла урын табылған.
Мәктәп бинаһының дөйөм майҙаны 18 мең квадрат метрҙан ашыу, күләмле төҙөлөш «Мәғариф» милли проекты һәм финанслау тураһында концессия килешеүенә ярашлы алып барыла. Затон биҫтәһе - Өфөнөң тиҙ үҫешкән биләмәләре исемлегендә. Яңы белем усағы сафҡа инеү менән заманса белем биреү процессын ойоштороуға мөмкинлектәр артасаҡ.
Башҡортостанда иң ҙур белем усаҡтарының береһе буласаҡ объект төҙөлөшөн Дәүләт Думаһының милләт эштәре буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин да ҡараны. Сәйәсәтсе билдәләүенсә, мәктәптәр төҙөлөшө - мәғариф системаһы, ил үҫеше өсөн стратегик йүнәлештәрҙең береһе. Яңы объекттарҙы техник йыһазландырыу, заманса уҡытыу программалары, әсбаптар, шул иҫәптән туған телдәге китаптар менән тәьмин итеүгә лә ҙур иғтибар бүлеү мөһим. Шул уҡ ваҡытта балалар менән эшкә юғары квалификациялы кадрҙар талап ителә.
Мәктәп биләмәһендә тиҙҙән төҙөкләндереү эштәре башлана, проект буйынса, бында ҙур стадион, спорт майҙансығы, ял зоналары ҡаралған. Объект Өфөнөң 450 йыллығына ҙур бүләк буласаҡ.
Гөлназ Хәйбуллина






