Радий Хәбиров Көйөргәҙе районында МХО-ла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты

Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында Республика Башлығы махсус хәрби операцияла һәләк булған хәрбиҙәрҙең ата-әсәләре менән осрашты. Өлкән сержант Илгиз Ирек улы Алтыншин Иҫке Мораптал ауылында тыуған, яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Генерал Шайморатов һәм Батырлыҡ ордендары менән бүләкләнгән. Республика етәксеһе Радий Хәбиров һәләк булған сержант Роберт Тимерғәле улы Әмәкәсовтың һәм кесе сержант Пулат Сайрам улы Биксуриндың ата-әсәләренә лә генерал Шайморатов орденын тапшырҙы.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ