Милләт-ара татыулыҡты һаҡлау - республика властарының бөтә тармаҡтары эшмәкәрлегенең өҫтөнлөгө. Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһының милләттәр эше буйынса комитеты рәйесе Геннадий Семигин менән осрашты. Фекер алышыу барышында милләт-ара һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, партияның республика бүлексәһе эшмәкәрлеге һәм төбәктең социаль-иҡтисади үҫеш мәсьәләләре тикшерелде.
Геннадий Семигин билдәләүенсә, ҡатмарлы шарттарҙа төп иҡтисади күрһәткестәр һаналған тулайым төбәк продукты һәм инвестициялар күләме Башҡортостанда тотороҡло үҫә. Яҡтар шулай уҡ дәүләт власы институттарын һәм партия диалогын нығытыуҙа хеҙмәттәшлекте дауам итергә һөйләшеп килеште.



