Илдең абруйлы ғалимдары Өфөләге Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

Илдең абруйлы ғалимдары Өфөләге Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты

Ике яҡлы хеҙмәттәшлеккә этәргес. Сколков фән һәм технология институтының абруйлы ғалимдары, Башҡорт дәүләт медицина университетының индустриаль партнерҙары Өфөләге Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургия үҙәге эшмәкәрлеге менән танышты. Осрашыуҙа ойошма базаһында биоинженерия өлкәһендә берҙәм тикшеренеүҙәр, асыштар яһау мәсьәләһе ҡаралды. Сколтех һәм королева Марияның Лондон университеты профессоры Глеб Сухоруков сығышы менән Өфөнән. Шуға күрә Башҡортостандағы юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итеүҙе өҫтөнлөклө йүнәлеш итеп күрә.

Башҡорт дәүләт медицина университеты саҡырыуы буйынса килдем. Өфөлә һуңғы тапҡыр ҡырҡ йыл элек булғайным. Үҙгәрештәргә таң ҡалдым, республика кимәлендә юғары уҡыу йорттары үҫешенә ҙур иғтибар бүленеүе күҙгә салынды. Яңы корпустар үҫеп сыҡҡан, технопарктар ойошторолған. Хеҙмәттәшлек итеү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар.

Глеб Сухоруков. Сколков фән һәм технология институты, королева Марияның Лондон университеты профессоры
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ