Төбәк етәксеһе Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры менән Көйәргәҙе районында ойошторолған «Баҫыу көнөн»ндә осрашты.
Рәжәп Рамаҙан улына 76 йәш һәм ул бар ғүмерен кешеләргә ярҙам итеүгә арнай. Медицина институтынан һуң өс йыл хәрби табип булып эшләй. Ә 1973 йылдан 2016 йылға тиклем Мораптал участка дауаханаһының баш табибы була. 43 йыл ул көн һайын өлкәндәрҙе һәм балаларҙы дауалай, йыш ҡына стандарт булмаған ҡарарҙар ҡабул итергә тура килә. Шунда уҡ, участка дауаханаһында, күп йылдар уның ҡатыны Зәкиә Хәбипҡол ҡыҙы эшләй. Юлбарисовтар өс бала тәрбиәләп үҫтерә, уларҙың икәүһе ата - әсәһе эҙенән медицинаны һайлай. Рәжәп Рамаҙан улына һәм уның яҡындарына һаулыҡ һәм тыныслыҡ теләйем, тип яҙған Башҡортстан Башлығы.






