Махсус хәрби операция биләмәһенә стоматология модуле ебәрелде

Алғы һыҙыҡҡа ярҙам. Махсус хәрби операция биләмәһенә йәнә стоматология модуле ебәрелде. Өфө табиптары хәрбиҙәр янына икенсе тапҡыр юлланды. Күсмә стомотология модуле Башҡортостан яугирҙары урынлашҡан 25 нөктә буйлап үтәсәк. Төп маҡсат - ябай булмаған шарттарҙа һәр кемгә юғары сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтеү.

Башҡортостан ярҙамын урындағы халыҡ та күрә. Петровское коррекция мәктәп-интернаты көндәлек кәрәк- яраҡтары, һауыт-һаба, түшәктәрҙән торған 200-гә яҡын тупланма алды. Гуманитар йөк башлыса Өфө хеҙмәт миграцияһы үҙәге тарафынан йыйылған. Интернатта 173 тәрбиәләнеүсе, шулай уҡ Стаханов ҡалаһынан эвакуацияланған 40 бала йәшәй. Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы Донбасс балалары өсөн 300 китап ебәргән. Китапхана фондтары иҫкергән, шуға күрә уны яңыртыу бурысы ҡуйылғайны. Был йүнәлештә беҙҙең төбәк тәүге аҙым яһаны.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ