Стәрлебаш районы ирекмәндәре бер мең квадрат метрлыҡ маскировка селтәрен үргән

Район үҙәгендә кейем-һалым тегеү, маскировка селтәрҙәрен үреү цехы былтыр көҙ эшләй башлаған. Ирекмәндәр сафы артыу менән тегенселәр икенсе оҫтаханаға күскән. Әле ике цех та махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү маҡсатында тулы ҡеүәттә эшләй. Ирекмәндәр менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осршаты.

Позицияла торған һалдат өсөн маскировка селтәре бронежилет һәм каска кеүек иң кәрәкле әйберҙәрҙең береһе, ти Рәмил Мәмбәтҡолов. Афған һуғышын үткән яугир ирекмәндәр рәтенә былтыр ҡушыла. Әле ул килгән һәр кешене схемаларҙы уҡып-аңларға һәм маскировка селтәрҙәрен үрергә өйрәтә.

Беренсе тапҡырҙан уҡ отоп алыуы ҡыйын, тәүҙә үреү технологияһын аңлап алыр кәрәк. Лаборатория тикшереүҙәре үткән материал Һамар өлкәһенән ебәрелә, уның менән бергә яу яланында ҙур ихтыяж менән ҡулланылған маскировка селтәрҙәренең схемаһы килә.

Шуға күрә был маскировка селтәрҙәре иң алғы һыҙыҡҡа ебәрелә. Төрлө һөнәр эйәләре, олоһо һәм йәше тәүге тапҡыр былтыр ноябрҙә йыйыла. Станоктар менән урындағы эшҡыуарҙар ярҙам иткән. Былтыр көҙҙән алып Стәрлебаш ирекмәндәре бер мең квадрат метр маскировка селтәрҙәре үреп махсус хәрби операцияға ебәрә. Изге эшкә район үҙәгендә йәшәүселәр генә түгел, йорт мәшәҡәттәрен ҡалдырып төрлө ауылдарҙан да йыйылалар.

Әгәр быға тиклем аҙнаһына бер селтәр үрһәләр, хәҙер оҫтарып алған ирекмәндәр аҙнаһына ике маскировка селтәре эшләп өлгәрә. Уның менән бергә каска өсөн камуфляж япма ла бәйләйҙәр.

Был оҫтаханала иһә теген машиналары тауышы туҡтамай. Мәғариф, медицина тармағында эшләгән, әле хаҡлы ялда булған ҡатын-ҡыҙҙар толстовка, балаклава, йоҡо тоҡтары, йылы кейемдәр, түшәктәр тегә. Оҫта ҡуллыларҙы Эльвира Хәмиҙуллина йыя, ул теген машиналары, туҡымаларҙы һатып алыуҙа ла ярҙам итә.

Тегеү цехы өсөн оҫтахананы урындағы хакимиәт бүлә. Бында башлыса хаҡлы ялда булыусылар йөрөй. Ирекмәндәр араһында йәштәр ҙә байтаҡ. Уларҙың күбеһе өйҙә тегә. Күҙ нуры һалып үрелгән маскировка селтәрҙәре, өр-яңы кейем-һалым Еңеү өсөн көрәшкән яугирҙарыбыҙға тыуған яҡ йылыһын һәм хәстәрен еткерһен, ти стәрлебаштар.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ