Ғаиләләге уҡытыусыларҙың дөйөм хеҙмәт стажы быуат ярым. Шаран районынан педагогтар Миңлекәев-Илғужиндар ғаиләһе - һөнәргә тоғролоҡтоң уникаль миҫалы. Уларҙы бер үк мәктәп берләштерә, ғаилә ағзаларының күбеһе тыуған ауылы Йәнәхмәттә эшләй. Замандаштарыбыҙ менән Башҡортостанда башлығы Радий Хәбиров «Күркәм кешеләр тормошо» рубрикаһында таныштырҙы.
Династияға нигеҙ һалыусы Аҫылғәле Илғужин. Ул физкультура уҡытыусыһы. Уның ҡыҙы Нина ла башланғыс кластар уҡытыусыһы, фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн уға «Хеҙмәт ветераны» исеме бирелә. Икенсе ҡыҙы Маргарита ла башланғыс кластарҙа уҡыта. Ул да тәжрибәле педагогтарҙың береһе. Бында 40 йыл тиерлек кейәүҙәре Григорий Миңлекәев физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.
Миңлекәнвтарҙың ҡыҙы Виктория ла ата-әсәһе эҙенән бара. Ул Йәнәхмәт мәктәбендә башланғыс мәктәп уҡытыусыһы. Уның ире Рәмил Шафиев, белем буйынса физкультура уҡытыусыһы, спорт мәктәбендә йөҙөү буйынса инструктор.
Был ҙур династияның тағы бер вәкиле Владислав Миңлекәев, технология һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны. Владислав Адылгареевичтың балалары Евгений һәм Алина ла педагог булып китә. Бына ниндәй ҙур, татыу ғаилә Миңлекәев-Илғужиндар. Уларҙың барыһын да профессионализм, ижадҡа ынтылыш һәм балаларға йөрәк биреү теләге берләштерә. Рәсәйҙә иғлан ителгән уҡытыусы һәм остаз йылында бөтә уҡытыусыларға ла һаулыҡ һәм уңыштар теләйем, тип яҙған Башҡортостан Башлығы.






