Күңелле һәм файҙалы каникулдар. Башҡортостан лагерҙарында балалар өсөн хәрби-патриотик дәрестәр ойошторола. Саф һауала үткән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле дәрестәрҙә малай-ҡыҙҙар тормош хәүефһеҙлеге нигеҙе программаһын үҙәлештереп медицина ярҙамын күрһәтергә, туристик маршруттар һалырға һәм башҡа эшмәкәрлеккә өйрәнә. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙаһында.
«Нур» лагерендә ял итеүсе балалар винтовканан атырға өйрәнеп белемен камиллаштыра. Яҡшы һөҙөмтәләргә ирешеп күберәк мәрәй тупларға теләгән йәштәр уйын һәм күңелле аралашыу аша хәрби-патриотик программаны үҙәлештерә.
Тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү, зыян күргән кешенең ғүмерен ҡотҡарыу дәресен малай-ҡыҙҙар айырыуса ярата. Манекен менән күнекмәләр яһап улар үҙҙәрен ҡотҡарыусы ролендә һынап ҡарай.
Туристик тәжрибәгә өйрәнеү ҙә хәрби-патриотик дәрестең бер өлөшө булып тора. Балалар ялан шарттарында аҙашҡанда маршрут һалырға, палаткалараҙа йәшәргә, географик күрһәткестәрҙе дөрөҫ билдәләргә өйрәнә.
Рәсәй мәктәптәрендә яңы уҡыу йылынан хәрби-патриотик тәрбиәгә арналған дәрестәр индерелә. Яңы программа буйынса башланғыс хәрби әҙерлек X - XI класс уҡыусыларана уҡытыласаҡ . Был тәрбиә балаларҙа тарихҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙы фекерләргә өйрәтеү, маҡсатлы булырға әйҙәү һәм башҡа маҡсаттарҙы күҙ уңында тота.
Флорида Ким



