Тантаналы мәл Иглин районының ЗАГС бүлексәһендә үтте. Беренсе тапҡыр отпускаға ҡайтҡанда тәҡдим яһап, әле законлы никахҡа теркәләгән «Саха» ҡушаматлы һалдат һөйгән йәре менән күптән таныш. Яңы тыуған ғаиләне туғандары, яҡындары һәм Иглин районы хакимиәте башлығы Гүзәл Насырова ҡотланы.
Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугир хәрби часҡа юлланасаҡ. Тормош иптәшен иҫән-һау һәм Еңеү менән Анна өйҙә көтәсәк.






