Быйыл был дата 22 июлгә тура килде. Башҡортостан ҡулланыусылар берлегендә 46 йыл баш бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Венера Хөсәйенованың фиҙаҡәр хеҙмәте күптәргә өлгө булырлыҡ. Әүҙем йәмәғәт эше алып барған замандашыбыҙ менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.
Венера Хөсәйенова ҡаралы-аҡлы фотоһүрәттәргә ҡарап, йәшлек йылдарына ҡайтҡандай була. Сауҙа өлкәһендә эшләгән осор айырыуса ҡәҙерле һәм хәтирәләргә бай. Ә бит мәктәпте тамамлағандан һуң ул бөтөнләй икенсе һөнәрҙәр тураһында хыялланған. Әммә тормош һуҡмағы бухгалтер йүнәлешенә алып килә. Күгәрсен районы ҡыҙы үҙ тырышлығы менән Өфөләге техникумға уҡырға инә.
Техникумды тамамлағандан һуң ул тыуған яғы - Күгәрсен районындағы ҡулланыусылар берлегенә эшкә ҡайта. Өс ай ҙа үтмәй йәш белгесте баш бухгалтер вазифаһына тиклем күтәрәләр. Венера Мөхәмәҙи ҡыҙы ҡырҡ йылдан ашыу магазиндарҙа һатыу эшен ойоштороу өсөн яуаплы була. Тырышлыҡ һөҙөмтәһеҙ үтмәй. Башҡарылған эш Башҡортостан кимәлендә юғары баһалана.
Венера Хөсәйенова фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн Совет ҡулланыусылар кооперацияһы отличнигы билдәһе менән бүләкләнгән. Йәшләй генә тол ҡалыуына ҡарамаҫтан, дүрт балаһын яңғыҙы тәрбиәләп, юғары белемле иткән. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләренә һөйөнөп йәшәй. 85 йәшлек юбилейын да оло хөрмәттә ҡаршылай. Ил кимәлендә билдәләнгән сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре көнө лә ғаилә өсөн уртаҡ байрам.
Венера Мөхәмәҙи ҡыҙы оҙаҡ йылдар Күгәрсен районы Йомағужа ауылы Ветерандары советын етәкләгән. Оло йәштәгеләр өсөн төрлө экскурсиялар, байрам саралары ойошторған, әүҙем йәмәғәт эше алып барған. Ҡаты сирҙе еңгәндән һуң тормошҡа һөйөүе арта ғына.
Гөлназ Хәйбуллина






