Өфөнөң Яҡутов исемендәге паркында Арт-фестиваль ойошторолдо

Асыҡ һауалағы сәхнәлә йәш йырсылар, музыканттар сығыш яһаны, тамашасылар өсөн бейеү флешмобы, төрлө конкурсттар уҙғарылды. Майҙанда косплейҙы үҙ итеүселәр ҙә йыйылғайны, улар фильм, китап, уйын, аниме, йәнһүрәт персонаждары булып кейенеп килгәйне. Шулай уҡ сара сиктәрендә Өфө дизайнерҙары яңы коллекциялары менән таныштырҙы.

Майҙанда рәссамдар һәм ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмә-йәрминкәләре эшләне, уйынсыҡ, биҙәүестәр һатып алырға мөмкин ине. Башҡортостандың ғаилә Федерацияһы тарафынан да ҡыҙыҡлы акциялар үтте.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ