Ғафури районында бөгөн йәнә Республика башҡорт балы фестивале үтте

2011 йылдан уҙғарылған сара тиҫтәләрсә умартасыларҙы бергә йыйҙы. Урында кәсепселек бәйле, оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

8 тиҫтәһен ҡыуған Мәрүәр Сабитова әсәһенән өйрәнгән халыҡ медицинаһы менән бөгөн дә булыша. Ул ғына түгел, башҡаларға ла өйрәтә. Республика бал байрамы сиктәрендә, оҫталыҡ дәрестәрен дә алып барҙы.

Оҫталыҡ дәресе тип билдәләгән тирмәлә, ғөмүмән, кәсеп нескәлектәре менән танышырға мөмкин ине. Умарта рамдарын эшләү, балауыҙ урынлаштырыу, йә бал айыртыуға әҙерлек процессы булһынмы килгән халыҡ һәммәһен дә күҙәтә алды. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын да бирҙе.

Әлбиттә, килгән халыҡ башҡорт балын да ауыҙ итте. Күңеленә яҡын төрөн һайлап алды.

2011 йылдан Табын ерендә ойошторолған Республика башҡорт балы фестивале бөгөн төбәк бренды. Ул Ғафури районы умартасыларын бергә йыйған төп майҙансыҡтан һанала. Йыл уңыштарын барлау, мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү ҙә тап ошонда хәл ителә. Кәсепселектең төп ғорурлығы ул ата-бабаларҙан ҡалған ҡомартҡыны үҫеп килеүсе быуында ҡыҙыҡһыныу уятыуҙа.

Әлбиттә, кәсепселек менән тиҫтәләрсә йылдар шөғөлләнгән тәжрибәле умартасылар ҙа йыл да белемен камиллаштыра. Ғилми хеҙмәттәр йыш ҡына мөрәжәғәт итә.

Умартасылыҡ тармағы бөгөн һаҡлауға ла, яҡлауға ла мохтаж. Ғалимдар эште төрлө яҡлап алып барыла. Башҡорт бал ҡорттары популяцияһын ҡурсалау эше лә көнүҙәк ҡала.

Фестиваль сиктәрендә кәсепселектең шанлы үткәне, өмөтлө киләсәген сағылдырған күргәҙмә лә ойошторолдо. Республиканың бер этнография, тарихи-мәҙәни музейында булмаған экспонаттар айырым урын биләне.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ