«Башҡорт аты» - ул Баймаҡ районының ғына түгел, ә республика фестивале. Шуға ла уны үткәреүҙә ярҙам итергә кәрәк. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Башҡорт тоҡомло ат менән бәйле ваҡиға йыл һайын әһәмиәтлерәк булырға тейеш. Ваҡыт үтеү менән ул төбәк-ара фестиваль буласаҡ. Ҡалмыҡтар, ҡарасәй-черкестар, татарҙар беҙҙең менән ошо йүнәлештә аралашырға теләй. Түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ. Туризм министрлығы менән күберәк кешеләрҙең килеүе тураһында һөйләшеп килештек. Урал аръяғының яҡын-тирәләге райондарының муниципалитет башлыҡтарына «Башҡорт аты» фестивален ойоштороуҙа ярҙам итеүҙәрен һорайым, тине Башҡортостан башлығы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивале 11-13 августа Баймаҡ районының Граф күле эргәһендә үтә.






