Гөлшат Ибраһим ҡыҙының бар ғүмере Салауат башҡорт драма театрына бәйле. Халыҡ артисы ошо уҡ театр сәнғәте корифейҙары Зәкиә менән Ибраһим Әхмәровтарҙың ҡыҙы. Атаһы Салауат драма театрының элекке директоры, уның асыусыһы ла булып тора. 1936 йылда Дәүләкән, һуңынан Ауырғазы колхоз-совхоз театры менән етәкселек итә. Ә әсәһе Бөйөк Ватан һуғышы осоронда театрҙы һаҡлап ҡалған ете актрисаның береһе. Был хаҡта тотош донъяға танылған айырым документаль әҫәр ижад ителгән.
Гөлшат Зыязетдинова ла ата-әсәһе кеүек башҡорт театр һәм кино сәнғәтенә тос өлөш индерә. Ул башҡарған ролдәр бөгөн телевидение һәм радио фондында һаҡлана. Күптән түгел, тамашасы хөкөмөнә сығарылған «Әбейҙәр сыуағы» картинаһы һуңғы ижади эштәренең береһе. Гөлшат Зыязетдинова үҙ ғүмерендә 100-ҙән ашыу образды сәхнәгә сығара. Гөлшат Зыязетдинованы яҡындан белгәндәр уны йомарт, мибырбанлы һәм оло йөрәкле кеше булараҡ хөрмәт итә.






