Башҡортостан йәнә спорт ваҡиғалары үҙәгендә. Бөгөн Өфөлә Беренсе йәйге сурдлимпия уйындары башлана. Аҙна дауамында барасаҡ ярыштарҙа Беларусь, Иран, Бахрейн кеүек донъяның 30 иленән мең ярымлап спортсы ҡатнаша. Республикаға сит ил делегациялары килеүен дауам итә. Ҡунаҡтарҙы ым-ишара ярҙамында махсус курс үткән ирекмәндәр ҡаршы ала. Спортсылар араһында иң ҙур делегация Беларусь республикаһынан. 150-нән ашыу ҡатнашыусы 30-лап спорт төрөндә үҙ көсөн һынаясаҡ.






