Уның һөҙөмтәләре буйынса 223 иҫерек водитель туҡтатылған, уларҙың 16-һы иҫерек килеш руль артына ҡайтанан ултырыусылар. Шулай уҡ 5 меңдән ашыу административ хоҡуҡ боҙоу осрағы теркәлгән. Йома Башҡортостандың баш автоинспекторы Владимир Севастьянов Эске эштәр министлығы идаралығы етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Брызгалин менән республиканың көнбайыш өлөшөнә юлланды.
Өфө районының Жуков ауылында 12-се модель «ВАЗ» автомобиле туҡтатылды. Уның руле артында водитель таныҡлығы булмаған йәш кеше, автомобиль билдәләнгән тәртиптә теркәлмәгән. Өҫтәүенә, ул ОСАГО полисыһыҙ хәрәкәт иткән. Уға ҡарата бер нисә административ протокол төҙөлдө. Автомобиль махсус туҡталҡаға оҙатылды. Кискә табан Шишмә районының Шиңгәккүл ауылында ла иҫерек килеш мотороллер менән идара иткән. Шул уҡ ваҡытта водитель таныҡлығы булмаған ир туҡтатылған. Ул административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Төнгө сәғәттәрҙә Дәүләкән районында ла иҫкәртеү саралары уҙғарылды.






