Республикала янғындарҙа йыл башынан 156 кешенең ғүмере өҙөлгән. Ут менән бәйле фажиғәләрҙе иҫкәртеү өсөн төбәктә рейдтар ойошторола. Башҡортостандың ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре Осоргин ауылында йәшәүселәр менән аралашып, иҫкәртеү ҡағыҙҙары таратты, хәүефһеҙлек ҡағиәҙәләре тураһында онотмаҫҡа кәңәш итте.






