Унда 16 һәүәҫкәр жокей ҡатнашты. Улар башҡорт тоҡомло аттарҙа сығыш яһаны. Беренсе сабышта Дыуан районынан Илгиз Йәһүҙин финишта Баймаҡтан Илназ Мостафиндан ҡалышты. Был ярыштарҙа иң йәш ҡатнашыусы -11 йәшлек Айҙамир Әсәҙуллин. Ул ярымфиналға үтә алманы, әммә барыбер «Аҡбуҙат» ипподромындағы дебют сығышынан ҡәнәғәт ҡалған.
Уҙған миҙгелдә ярыштарҙың форматы үҙгәргән һәм хәҙер иң яҡшыларҙы спортсылар араһында түгел, ә йылҡы хужалары араһында билдәләйҙәр. Сирек финал еңеүселәре 160-ар мең һум аҡса отто. Был миҙгелгә турнирҙың дөйөм приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә. Ярыш көнөнөң икенсе сабышында Белорет районынан Юлиана Ғәйфуллина иң яҡшыһы булды.



