Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың Ермолаев ҡасабаһында урынлашҡан Шотт паркын төҙөкләндереү 2025 йылда тамамланырға тейеш тип белдерҙе. Паркҡа нигеҙ 1850-се йылдарҙа һалынған, уның майҙаны 10 гектарҙан ашыу. Биләмәлә ҡарағас, ҡарағай, шулай уҡ йүкә, уҫаҡ, ҡайын ағастары, гөлйемеш, энәлек ҡыуаҡлыҡтары ултыртылған. Дарыу үләндәре лә мул үҫә. Парк Рәсәйҙең Ҡыҙыл Китабына индерелгән һәм тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» программаһы сиктәрендә ул 2021-2022 йылдарҙа төҙөкләндерелгән.
Радий Хәбиров башланған эштәрҙе дауам итергә кәрәклеген билдәләне, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығына бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи ауылдарҙа төҙөкләндереү проекттары конкурсына паркты комплекслы төҙөкләндереү тураһында ғариза биреү мәсьәләһен эшләргә ҡушты. Комплекслы төҙөкләндереү 2025 йылда тамамланырға тейеш.






