Яңы уҡыу йылын яңы мәктәптә. Стәрлетамаҡта федераль программа сиктәрендә ике белем усағында ремонт бара, әле уларҙың береһендә төҙөкләндереү эше тамамланған. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина.
Ремонт тауышы бында иртәнге сәғәттәрҙән төнгә тиклем тынмай. Эшселәр эобъекттарҙы ваҡытына тапшырырға тырыша. Март уртаһында башланған ремонтты спорт залының түбәһе иҫке булыуы тотороҡлай. Тикшереүҙән һуң, республика бюджетынан өҫтәмә аҡса йәлеп ителгән, кәрәкле материал һатып алына. Әле түшәм яңыртылған. Эшселәр алдында стеналарҙы буяп, иҙән һалыу бурысы тора.
30-сы мәктәптә ремонт күләме ҙур. Һәр кабинетта коммуникациялар алмаштырыла. Әйткәндәй, стена төҫтәрен уҡыусылар, ата-әсәләр үҙҙәре һайлаған. Бина янғынды иҫкәртеү системаһына тоташтырыла, видеокүҙәтеү ҡоролмалары менән йыһазландырыла.
Ә бына Стәрлетамаҡ ҡалаһының 29-сы мәктәбендә ремонт эштәре тамамланған да инде. Белем усағында стена-иҙәндәрҙе буяу, ишек-тәҙрәләрҙе алмаштырыу, мебель һатып алыу өсөн 118 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Ҡалалағы өс объект та федераль бюджеттан финанслана.
Федераль программа сиктәрендә объекттар төҙөкләндереп кенә ҡалмай, мебель һәм заманса техника менән дә йыһазландырыла. Йомшаҡ мебель, интерактив таҡталар, компьютерҙар - барыһы ла белем усағына заманса төҫ бирәсәк. Малай-ҡыҙҙарға тик «бишле»гә уҡырға ғына ҡала.
Рәзилә Ғиниәтуллина






